Һабын. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

ҺАБЫН


Ҡан кеүек һыҙылып таң ата...
Әй моңһоу бер һыҡтау уята -
Кәкүкме саҡыра үкһетеп,
Әлләме уята Тәүатам.
Еп-еүеш гөлдәрҙең күҙҙәре,
Ниңә һуң һағышлы һандуғас,
Аңлатып бирһәсе таң-тылмас -
Ҡайҙан һуң әрнеүле был ауаз ?!
Күк томан, күк монар, күк әрем,
Алыҫта тауҙарым күгәреп
Йотолоп барғандай ғифриттән,
Ҡотолоу бармы был афәттән?!
Тәүатам тауышы ҡолаҡта:
Әйтсе, ти, тәнемде кем һата?
Һабынға китерме ҡәберҙәр,
Һабынға китерме Торатау?!
Мантырмы аҡсаға ҡаныҡҡан
Онтатып әүлиә һөйәген?!
Йөрәктау - милләттең йөрәге,
Борондан башҡорттоң төйәге.
Ҡан менән йыуылған таштарын,
Ҡан ҡойған батырҙар баштарын
Бол итеп алдына һалғанда
Төйөлтмәй ҡалырмы аштары?!
Ҡанбаба һөйәген һаттырған,
Ҡор йыйған тауҙарҙы ваттырған
Һинме был тоҡомом, вариҫым,
Тыуасаҡ көнөңә аттырған?!
Таланһа бөгөн үк иртәгәң,
Тарихҡа күперҙе үртәһәң,
Һабынға киткәндә үткәнең
Китмәҫме һабынға иртәгәң ?!
... Ҡан кеүек һыҙылып таң ата...
...Уята таңдарҙа Тәүатам...


2014